

НАСИРОВА Флүрә Хәйбулла ҡыҙына
Ҡәҙерле һеңлебеҙ, апайыбыҙ, балдыҙыбыҙҙы матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, иң яҡшы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеңлебеҙ хаҡлы ялға сыҡҡас та яратҡан эшендә фиҙәҡәр хеҙмәт итә, хеҙмәттәштәренең, ауылдаштарының ҙур ихтирамын яуланы. Һеңлебеҙ - бик туған йәнле кеше, туғандарына һәр ваҡыт ҙур терәк, кәңәшсе һәм дуҫ. Ул хәстәрлекле әсәй, өләсәй һәм яғымлы ҡәйнә лә. Тормош иптәше Булат менән баһадирҙай ике ул - Рәсүл менән Рәилде үҫтереп, ҙур тормош юлына баҫтырҙылар. Килендәре лә үҙе кеүек яғымлы, ярҙамсыл, мөләйемдәр. Гүзәллекте яратҡан кеше әйләнә-тирәһендәге мөхитте лә күркәм, матур итә. Был һүҙҙәр нәҡ һеңлебеҙ, апайыбыҙ тураһында. Һәр нимәгә өлгөр, яҡыныбыҙ менән беҙ ғорурланабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарында ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Яҡындарыңды һөйөндөрөп, эшләгән эшеңдән бәрәкәтен, балаларыңдың изгелеген күреп, матур тормошта йәшәргә яҙһын. Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға һаулыҡ, уңыштар, имен, бәрәкәтле тормошта йәшәүен теләйбеҙ. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың күп йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Ҡартаям тип һис тә хафаланма,
Өлкәндәрҙә - аҡыл, сабырлыҡ.
Кәңәш, ярҙам кәрәк булған саҡта
Әлдә һин бар өлгө алырлыҡ.
Аҡ бәхеттәр менән атһын таңың,
Ҡояш көлһөн мәңге йөҙөңдә.
Теләктәрҙең ихлас, изгеләрен
Беҙ теләйбеҙ тыуған көнөңдә.
Иң изге теләктәр менән ағайың Рәфҡәт, еңгәң Тамара Хәсәновтар, һеңлең Рәмилә, апайҙарың Райхан, Зөлхизә, Әлфинур, еҙнәләрең Минегәрәй, Ғәли һәм балаларыбыҙ.
Ибраҡай - Иҫке Ҡалҡаш - Мәҡсүт - Мортаҙа.