

ДӘҮЛӘТШИНА Камила Инсаф ҡыҙына һәм УСМАНОВ Әлмир Айҙар улына
Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе иң иҫтәлекле ғүмер байрамы - никах көнөгөҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бергә үтер юлығыҙ яңы яуған ҡарҙай, муйыл сәскәһеләй аҡ, ынйылай саф, хыялдарығыҙ ҡанатлы ҡош булһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош ҡуйған һынауҙарға бирешмәйенсә, бер-берегеҙҙе һаҡлап, терәк-таяныс булып, яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, тыныс, имен тормошта йәшәргә насип булһын һеҙгә.
Күркәм булһын байрамығыҙ
Бөгөн һеҙҙең никах туйы,
Тоғро булып ҡалығыҙ һеҙ
Был һөйөүгә ғүмер буйы.
Ғаиләгеҙ ныҡлы булһын,
Дауылдарға бирешмәҫлек,
Һеҙ ҡабыҙған ғаилә усағығыҙ
Ямғырҙарҙа ла һүнмәҫлек!
Йылынһын һеҙҙең усаҡта
Ике яҡтан да туғандар,
Түрҙә булһын атай-әсәй,
Яҡындар һәм дуҫ булғандар!
Ғаилә тормошон биҙәп
Донъяға балалар тыуһын,
Яңынан-яңы шатлыҡтар,
Бәхеттәр өҫтәлеп торһон!
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Әлфиә, атайығыҙ Инсаф, Илсур - Альбина, Лилиә - Альберт, Элина, Арина, Тимур, Асҡар.