

УСМАНОВ Әлмир Айҙар улына һәм ДӘҮЛӘТШИНА Камила Инсаф ҡыҙына
Ҡабыҡҡыуыш ауылы егете Усманов Әлмир Айҙар улы менән Ибраҡай ауылы һылыуы Дәүләтшина Камила Инсаф ҡыҙын ғүмерҙәренең иң күркәм байрамдары никах көндәре менән ҡотлайбыҙ. Яратҡан балаларыбыҙ беҙ һеҙҙең менән һоҡланабыҙ, ғорурланабыҙ. Бөгөн һеҙҙең өсөн яуаплы һәм дә изге көндәрҙең береһе - никах туйы. Никах туйы кеше ғүмерендәге иң матуры, күңеллеһе, әһәмиәтлеһе, ике йәш пар кеше ғүмерендәге ҙур мөһим аҙымдарын яһайҙар, был аҙымығыҙ бәхетле оҙон киләсәккә алып барһын. Уй - фекерҙәрегеҙ таҙа булһын, бер - берегеҙҙең, атай - әсәйегеҙҙең ҡәҙерен белеп, тигеҙлектә татыу, матур йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Мөхәббәтегеҙ сикһеҙ булһын, һөйөү хистәрен икәү бергә һаҡлағыҙ, бер-берегеҙгә барлыҡ барлыҡ осраҡтарҙа ла ныҡ терәк булығыҙ. Һеҙгә аҡ бәхеттәр, шатлыҡ - ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ. Ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы, бергә үтер юлығыҙ оҙон, һикәлтәһеҙ булһын. Һөйөүегеҙҙең ҡәҙерен белеп йәшәү йәмен тойоп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Ғаилә ҡороу - ҙур юлдарҙың башы,
Юлдарығыҙ һәр саҡ аҡ булһын.
Тормошоғоҙ гөрләп сәскә атһын,
Сәскәләре мәңге саф булһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Альбина, атайығыҙ Айҙар, һеңлеләрегеҙ Камила, Айзилә, өләсәйегеҙ Миңлегөл һәм барлыҡ туғандарығыҙ.