

Ибраҡай ауылы
(575) СӘФӘРҒӘЛИЕВА Эльвера Вара ҡыҙына
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, хөрмәтле кешебеҙ әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һин күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ. Һин киң күңелле, сабыр, беҙҙең өсөн үрнәк, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, яҡындарыңдың игелеген, ихтирамын тойоп, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, балаларыңдың, туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, мул тормошта ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ! Һин донъяла иң сауаплы кешеләрҙең береһе, биҙ һине хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ!!!
Һөйкөмлө ҡарашың ҡояшҡа тиң -
Бар тормошто нурға күмәһең.
Был донъяның барлыҡ хикмәттәрен
Бары тик һин генә беләһең.
Тормошта гел ярҙам итеп тора
Зирәк кәңәштәрең, йылы һүҙең,
Иркәләйһең, йыуатаһың, яратаһың,
Тыңлайһың да, аңлайһың да үҙең.
Сәләмәтлек, оҙон ғүмер яҙһын,
Гел көләс һәм йәш бул әлегәсә!
Күңелең һинең күтәренке булһын,
Һөйөнөп һәм һөйөндөрөп мең-мең йәшә.
Иң изге теләктәр менән Эдуард - Эльбина, Искәндәр, Ильяс, Камил.