+22 °С
Дождь
ВКОК
9 мая-День Победы
24 Августа 2023, 07:26

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Һарайҫа ауылы Нәзиә Зәбир ҡыҙы һәм Зәйнулла Хөрмәт улы ИҪӘНСУРИНДАРҒА Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙҙе, яратҡан олатай-өләсәйебеҙҙе ихлас күңелдән сапфир туйҙары менән тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атай, әсәй! Һеҙҙең уңғанлығығыҙға, киң күңелле, туған йәнле, сабыр, ғәҙел, намыҫлы, изгелекле булыуығыҙға һоҡланабыҙ, үрнәк алабыҙ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һеҙҙең фатиха менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты, бәхетебеҙ тулы. Яҡындарығыҙға өләшкән һөйөү-хәстәрлегегеҙ, иғтибарығыҙ үҙегеҙгә лә изгелектәр булып ҡайтһын, мәрхәмәтле йөрәгегеҙ арыу-талыу белмәһен. Хоҙай Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, йәшәү дәрте бирһен. Киләсәктә балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына күмелеп, яҡындарығыҙҙың ихтирамын һәм игелеген күреп, йылы ҡараштарын тойоп, тыуған йортобоҙға йәм биреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Тыуасаҡ таңдарығыҙ яҡты, күгегеҙ аяҙ булһын! Беҙ һеҙҙе ысын йөрәктән яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Барыбыҙҙы тиң күреп, һәр ваҡыт ҡурсалап торғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ! Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр, Күңелдәрҙә булған саф хистәр, Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош - Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр. Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ, Атай-әсәй, һәр саҡ гөрләшеп. Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар Осһон әле, һеҙҙән көнләшеп! Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ Флорид - Фирүзә, Илдар - Роза, ейәндәрегеҙ Морат, Тимур, ейәнсәрҙәрегеҙ Айгүзәл, Әлиә, Яҙгөл.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Һарайҫа ауылы

(597) Нәзиә Зәбир ҡыҙы һәм Зәйнулла Хөрмәт улы ИҪӘНСУРИНДАРҒА

Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙҙе, яратҡан олатай-өләсәйебеҙҙе ихлас күңелдән сапфир туйҙары менән тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атай, әсәй! Һеҙҙең уңғанлығығыҙға, киң күңелле, туған йәнле, сабыр, ғәҙел, намыҫлы, изгелекле булыуығыҙға һоҡланабыҙ, үрнәк алабыҙ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һеҙҙең фатиха менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты, бәхетебеҙ тулы. Яҡындарығыҙға өләшкән һөйөү-хәстәрлегегеҙ, иғтибарығыҙ үҙегеҙгә лә изгелектәр булып ҡайтһын, мәрхәмәтле йөрәгегеҙ арыу-талыу белмәһен. Хоҙай Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, йәшәү дәрте бирһен. Киләсәктә балаларығыҙҙың шатлыҡ-ҡыуаныстарына күмелеп, яҡындарығыҙҙың ихтирамын һәм игелеген күреп, йылы ҡараштарын тойоп, тыуған йортобоҙға йәм биреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Тыуасаҡ таңдарығыҙ яҡты, күгегеҙ аяҙ булһын! Беҙ һеҙҙе ысын йөрәктән яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Барыбыҙҙы тиң күреп, һәр ваҡыт ҡурсалап торғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!

Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,

Күңелдәрҙә булған саф хистәр,

Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош -

Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.

Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,

Атай-әсәй, һәр саҡ гөрләшеп.

Яҙҙар һайын ҡайтҡан пар аҡҡоштар

Осһон әле, һеҙҙән көнләшеп!

Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ Флорид - Фирүзә, Илдар - Роза, ейәндәрегеҙ Морат, Тимур, ейәнсәрҙәрегеҙ Айгүзәл, Әлиә, Яҙгөл.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас