(677) ЗАҺИҘУЛЛИНА Фәрзәнә Йыһанша ҡыҙына
Һөйөклө ҡыҙым, яратҡан һеңлебеҙ, апайыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Оло йәнле, ярҙамсыл, уңған, ихлас күңелле, ҡәҙерле кешебеҙгә оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, бәхет, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарыңдың, туғандарыңдың игелеген күреп, ихтирамын тойоп, ҡәҙер - хөрмәткә төрөнөп, бәрәкәтле, мул тормошта йәшәргә яҙһын. Тыуыр таңдарың тыныс, килер көндәрең имен булһын!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайһын йөҙөң,
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе,
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, Каниповтар, Таһировтар, Шәрәфетдиновтар, Яҡуповтар һәм барлыҡ туғандарың.+