+4 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
9 мая-День Победы
15 Марта , 14:25

Киләсәк быуынға артабан тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә яҙһын!

Бөгөн Президент һайлауҙарының тәүге көнөндә Ибраҡай  2840 һанлы һайлау участкаһында иртә менән тауыш бирергә килеүселәр байтаҡ, ти  участка һайлау комиссияһы рәйесе Зилә Әһлиуллина.

Киләсәк быуынға артабан тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә яҙһын!
Киләсәк быуынға артабан тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә яҙһын!

Өлкән быуын кешеләре, ғәҙәттәгесә, бындай мөһим ваҡиғанан ситтә ҡалмай. Ауыл мәсете имам-хатибы Вәғиз ағай Сабитов һайлауға килеп үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне.  Балалар баҡсаһында эшләүсе Филүзә Хәсәнова ла тәүгеләрҙән килеп тауыш бирҙе. Уның тормош иптәше Рәлиф махсус хәрби операцияла  ҡатнаша.  "Илебеҙ тыныс булһын! Украиналағы махсус хәрби операция туҡтаһын, киләсәк быуынға артабан тыныслыҡтың ҡәҙерен белеп йәшәргә насип булһын ине" тигән теләктәрен белдерҙе ул. Һайлауға ғаиләләре менән бергәләп килеүселәр ҙә бар.

Автор:Мунира Аглиуллина
Читайте нас: