ҠОТЛО БУЛҺЫН ТУЙЫҒЫҘ!
Түбәнге Аллағыуат ауылы
(797) ҠОЛҺАРИНА Әлфинур Ғафур ҡыҙына һәм УСМАНОВ Ринар Рәмил улына
Ҡәҙерлеләребеҙ Әлфинур ҡыҙыбыҙ, Ринар кейәүебеҙ! Һеҙҙе ысын күңелдән яңы тормошҡа аяҡ баҫыуығыҙ, законлы никахығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Бөгөнгө көнөгөҙ гүзәл, киләсәгегеҙ тағын да гүзәлерәк, йөҙөгөҙ ҡояштай нурлы, бәхет кәсәгеҙ тулы, тормошоғоҙ матур йырҙарға тиң булһын! Йөрөгән юлдарығыҙҙы бәхет ҡояшы, һөйөү йондоҙо яҡтыртһын, һәр тыуыр таңдар иртәһе һеҙгә бәхет, шатлыҡ алып килһен, йөрәгегеҙҙә мөхәббәт ялҡыны мәңге һүнмәһен һәм һүрелмәһен. Һеҙгә хәйерле оҙон ғүмер, ҡоростай сәләмәтлек, татыулыҡта, тигеҙлектә бер-берегеҙҙе яратып, хөрмәт итеп, бөгөнгө хистәрегеҙҙе ғүмерлеккә һаҡлап, үҙегеҙҙең дауамығыҙ итеп һау-сәләмәт, игелекле, иманлы, миһырбанлы, шәфҡәтле балалар үҫтерергә һеҙгә Хоҙай насип итһен.
Бөгөн ерҙә яңы ғаилә тыуа,
Яңы тормош ерҙә башлана.
Бер үк матур булһын,
Бер үк ныҡлы булһын.
Эй, Хоҙайым, үҙең ташлама!
Үҙегеҙ табышҡанһығыҙ ҙа,
Үҙегеҙ ҡауышҡанһығыҙ.
Хәйерле сәғәттә булһын
Бөгөн тормош башығыҙ.
Ҡотлау менән атайың, әсәйең, апайығыҙ Алина, еҙнәгеҙ Илнур, һеңлеләрегеҙ Аделина, Эмилия.