+21 °С
Облачно
ВКОК
Актуально
19 Января 2025, 04:55

«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте

«Айыҡ ауыл -2024» конкурсы сиктәрендә Ибраҡай ауылында «Мәргән уҡсы» сараһы үтте. Уны ойоштороусылар – Ибраҡай мәҙәниәт йорто һәм яҡташтарыбыҙ Илһам Басир улы һәм уның кейәүе Айбулат Ғәлимйән улы.

«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте

Байрам Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының гимндары менән башланды. Артабан "Ибраҡай таңдары" фольклор ансамбленең "Уралым бөркөттәре" йыры, малайҙар ансамбленең "Бөркөттәр" бейеүе, һәм Ғәлиевтар тоҡомоноң бәләкәс кенә Алтынай Хөсәйенова башҡарған концерт номерҙары күңелгә хуш килде.

Артабан һүҙ ҡунаҡтарға бирелде.

Улар ентекләп уҡ-һаҙаҡ, ян, башҡорт кейеме тураһында һөйләнеләр, уҡтан атыу буйынса мастер-класс күрһәтелде. Ҡунаҡтар уҡтан атыу буйынса малайҙар өсөн түңәрәк ойоштороласағы тураһында белдерҙе.

Байрамдың икенсе өлөшө урамда, уҡ атырға махсус әҙерләнгән урында дауам итте.

Иң башта балалар, аҙаҡ ололар уҡтан атып кинәнде.

Бөтә ҡатнашыусы балалар ҙа, ололар ҙа Илһам Ғәлиев әҙерләгән бүләктәрҙе алып ҡыуанды.

Ҡунаҡтарға Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайы тарафынан рәхмәт хаттары тапшырылды.

Ғөмүмән, байрам бик йөкмәткеле, фәһемле, файҙалы булды.

Ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр яуһын!!!

#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #СтәрлебашРайоны #СтерлибашевскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов

«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
«Мәргән уҡсы» сараһы күңелле үтте
Автор:Венера Габитова
Читайте нас