-3 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Общие статьи
17 Ноября 2022, 14:17

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОЛҺАРИНА Гөлфирә Фәсхетдин ҡыҙына Һөйөклө әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм юбилейы, атайыбыҙ Эдуард Ғилман улы менән бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 45 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

ҠОЛҺАРИНА Гөлфирә Фәсхетдин ҡыҙына

Һөйөклө әсәйебеҙҙе, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм юбилейы, атайыбыҙ Эдуард Ғилман улы менән бергә татыу ғүмер кисереүҙәренә 45 йыл тулыу менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлеләребеҙ! Һеҙ беҙҙең өсөн терәк-таяныс, кәңәшсе, өлгө күрһәтеүсе, һеҙҙең менән бәхетебеҙ тулы. Күп йылдар бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп, оло мөхәббәт менән ғүмер иттегеҙ. Тағы ла шулай оҙаҡ йылдар именлектә, шатлыҡ - ҡыуаныста, һаулыҡта, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен күреп, уларға ҡарап һөйөнөп, бәхетле ғүмер миҙгелдәре кисереп йәшәргә яҙһын.

Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә

Балҡып торһа ине утыбыҙ.

Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине

Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ.

Насип булһын артабан да йәшәү

Ғаилә бәхетенә йыуанып,

Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен

Был донъяның татып, ҡыуанып.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эдуард, балаларығыҙ Миләүшә - Эдуард, Гүзәл - Руслан, Илгиз - Әлиә, ейән - ейәнсәрҙәрегеҙ Илүзә, Диана, Алһыу, Розалина, Динислам, Амалия, Амира.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: