+28 °С
Облачно
ВКОК
Общие статьи
4 Сентября 2023, 05:26

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Иҫке Ҡалҡаш ауылы ТАЙМАҪОВ Рәфис Рафиҡ улына Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы күркәм ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ул дүрт тиҫтә йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡытыуға бағышланы. Уңғанлығы, тырышлығы, кешелекле, кеселекле булыуы, эшенә яуаплы ҡарауы менән хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, уҡыусылар алдында хөрмәт ҡаҙанды. Ҡәҙерлебеҙ! Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше һин. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, оҙон ғүмер итеүеңде, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстар, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ. Туғандарыңдың, дуҫтарыңдың, уҡытҡан уҡыусыларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бөтәһен дә һоҡландырып йәшәргә һәм йәшнәргә яҙһын! Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн, Кешелегең менән үрнәк һин. Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен, Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк һин. Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин, Ҡылғандарың - бары изгелек. Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң, Бәхеттәрең булһын ғүмерлек. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсинә, балаларың Ләйсән, Таһир, Линар, килендәрең Регина, Эльвина, кейәүең Эмиль, ейәндәрең.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Иҫке Ҡалҡаш ауылы

ТАЙМАҪОВ Рәфис Рафиҡ улына

Ҡәҙерле тормош иптәшем, һөйөклө атайыбыҙ, олатайыбыҙҙы күркәм ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ул дүрт тиҫтә йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә, уҡытыуға бағышланы. Уңғанлығы, тырышлығы, кешелекле, кеселекле булыуы, эшенә яуаплы ҡарауы менән хеҙмәттәштәре, ата-әсәләр, уҡыусылар алдында хөрмәт ҡаҙанды. Ҡәҙерлебеҙ! Ғаиләңдә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған, хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше һин. Киләсәктә лә беҙгә аҡыллы кәңәштәреңде биреп, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, оҙон ғүмер итеүеңде, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстар, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ. Туғандарыңдың, дуҫтарыңдың, уҡытҡан уҡыусыларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, бөтәһен дә һоҡландырып йәшәргә һәм йәшнәргә яҙһын!

Йәшәү терәге һин беҙҙең өсөн,

Кешелегең менән үрнәк һин.

Хоҙай һиңә оҙон ғүмер бирһен,

Беҙҙең өсөн мәңге кәрәк һин.

Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,

Ҡылғандарың - бары изгелек.

Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,

Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлсинә, балаларың Ләйсән, Таһир, Линар, килендәрең Регина, Эльвина, кейәүең Эмиль, ейәндәрең.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас