Йәлембәт ауылы
БУРАНБАЕВА Светлана Зәкәриә ҡыҙына
Һөйөклө апайыбыҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, өләсәйебеҙҙе матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Тәбиғәттең иң матур сағында Йәлембәт ауылында 1964 йылдың 3 майында донъяға килә ул. Ҡәҙерле кешебеҙ беҙҙең өсөн һәр ваҡыт сабырлыҡ, уңғанлыҡ, таҙалыҡ үрнәге булып тора. Уның бешергән тәмле бәлештәре, ҡоймаҡтары, сәк-сәктәре телде йоторлоҡ. Матурлыҡты, бөхтәлекте яратҡанға күрә уларҙың өй-тирә яғы яҙҙан алып көҙгә тиклем сәскә- гөлдәр менән уратып алынған. Беҙҙең өсөн ул оло кәңәшсе лә, ҙур таяныс та. Һиңә ныҡлы һаулыҡ,бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, үҫтергән балаларығыҙҙың изгелеген күреп, туғандарҙың күңел йылыһын тойоп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ.
Сабыр ҙа һин, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙан торһон һәр көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торһон йөҙкәйеңде күреп
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Фәнүр, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Рөстәм, улың Айнур, ейәнең Тимур, апайың Роза, еҙнәң Илдар, һеңлең Гөлнара.