ХОҘАЙБИРҘИН Фәнсит Сәләх улына
Ҡәҙерле туғаныбыҙҙы, кәйнешебеҙҙе, ағайыбыҙҙы 60 йәше - оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Байрамың айҡанлы һиңә иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Фәнсит, һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, яҡындарыңдың, үҫтергән балаларыңдың шатлыҡ-ҡыуаныстарын ғына күреп, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Кәримә менән киләсәктә лә бер-берегеҙҙе яҡлап, һаҡлап шатлыҡ менән йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай шәп, матур, игелекле булып ҡал.
Был көн шулай күңеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡтылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда,
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам
Һин булғанда.
Иң изге теләктәр менән Хоҙайбирҙиндар.