Все новости
В АПК района
21 Июля , 10:39

ШИФАХАНАЛА ЯЛ ИТКЕҢ КИЛҺӘ, ФЛЕШМОБТА ҠАТНАШ

“Патриот” республика йәмәғәт хәрәкәте #выбирайБашкортостан онлайн-марафоны нигеҙендә туристар өсөн файҙалы 27 бүләк оттора. Бүләктәр 1 июлдән 20 сентябргә тиклем Башҡортостандың туризм йәһәтенән ылыҡтырғыс биләмәһенә сәйәхәт итеп, бер нисә квест-талапты үтәгәндәргә тапшырыла. Отош йәй буйы һәр талапты үтәгәндән һуң ойошторола. Төп бүләк – республика шифаханаларының береһенә юллама. Отошта ҡатнашыу шарттары тураһында хәрәкәттең “Бәйләнештә” һәм Instagram  селтәрендәге сәхифәһендә (@algapatriot) танышырға мөмкин.

ШИФАХАНАЛА ЯЛ ИТКЕҢ КИЛҺӘ, ФЛЕШМОБТА ҠАТНАШ

Әйткәндәй, #выбирайбашкортостан флешмобы ҙур танылыу яуланы. Ошондай хештег ҡуйылған яҙмалар бик күптәрҙә бар. Онлайн-акцияға Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та ҡушылды. Ул урындағы Яҡут тоҙло күле тураһында яҙып сыҡты. “Был урын шифалы ләме һәм минераль һыуы менән киң билдәле”, – ти ул.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе идарасы директорының корпоратив һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Алексей Слепнев Өфөнән 40 километр алыҫлыҡтағы Зәңгәр күлгә юлланды. Был һыу ятҡылығында температура йыл әйләнәһенә үҙгәрмәй. “Күл төбөндәге зәңгәр ләм арҡаһында һыуы ла зәп-зәңгәр. Ер аҫты шишмәләре тарафынан һуғарылғанға күрә, һыуы бик һалҡын. Әйткәндәй, төбөн тикшергәндә карст мәмерйәләре булыуын да асыҡлағандар!” – тип яҙған ул Instagram селтәрендәге сәхифәһендә.

#выбирайбашкортостан хештегы буйынса йәнә бер яҙманы Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин ҡалдырған. Ошо көндәрҙә ул Кушнаренко районында, Ағиҙел ярындағы “Самолет” паркында булып ҡайтҡан. Депутат ошо паркта Кушнаренко ауылынан Илфир Хәйруллиндың таштан иҫ киткес скульптуралар яһауы тураһында һөйләй. Был һындар балаларға ғына түгел, өлкәндәргә лә бик оҡшай. Рафаэль Мәрҙәншин Илфир Фидай улына ныҡлы һаулыҡ, ниәттәрен тормошҡа ашырыуҙа көс-ҡеүәт һәм яңы ижади уңыштар теләне.

Башҡортостандағы матур туристик урындарҙы эҙләгәндәр өсөн www.туризм-рб.рф сайты эшләнгән. Исемлек бик ҙур, ял итеү урындарын алдан уҡ һайлап ҡуйырға мөмкин.

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-07-15/shifahanala-yal-itke-kil-fleshmobta-atnash-2423001

Автор:Алия Салихова