+14 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
В АПК района
28 Июля 2021, 15:59

БАШҠОРТОСТАНДАН АЛҺЫУ МИНӘЗЕВА КАНОЭЛА ИШЕҮ СЛАЛОМЫ БУЙЫНСА ЯРЫМ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ.

Алһыу Минәзева — Илеш районы Илеш ауылы ҡыҙы. Ишкәкле слалом менән 2011 йылдың майынан шөғөлләнә. Республиканың байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса олимпия резервындағы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе. Беренсе тренерҙары – Валентина Егорова һәм Николай Волков. Башҡортостан һәм Мәскәү өсөн сығыш яһай. Алһыу Олимпиадаға 2019 йылда уҙған донъя чемпионатында һайлап алына.

БАШҠОРТОСТАНДАН АЛҺЫУ МИНӘЗЕВА КАНОЭЛА ИШЕҮ СЛАЛОМЫ БУЙЫНСА ЯРЫМ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ.
БАШҠОРТОСТАНДАН АЛҺЫУ МИНӘЗЕВА КАНОЭЛА ИШЕҮ СЛАЛОМЫ БУЙЫНСА ЯРЫМ ФИНАЛҒА СЫҠТЫ.


Токиола Йәйге Олимпиада дауам итә. Яҡташыбыҙ 14-се һөҙөмтә күрһәтте. Иртәгә ярым финал һәм финал ярышы үтә. Быға тиклем Алһыу Минәзева байдаркала ишеү слаломы буйынса ярышты. Ярым финалда ул 17-се урын алды.

"Башинформ"

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: