+23 °С
Ясно
ОКВК
Все новости
В АПК района
30 Июля 2021, 11:51

БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА ДУҪЛЫҠ КӨНӨ

Осор ҡоштар өсөн ҡанат кәрәк Зәңгәр һауаларҙы ишергә. Ә тормошта еңел йәшәр өсөн Ысын дуҫтар кәрәк кешегә.

БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА ДУҪЛЫҠ КӨНӨ
БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА ДУҪЛЫҠ КӨНӨ
Халыҡ-ара дуҫлыҡ көнө 2011 йылдың апрелендә БМО Генераль Ассамблеяһының 65-се сессияһы тарафынан иғлан ителеп, 30 июль көнө билдәләнә.
Кеше ҡайғы-шатлыҡтарын уртаҡлашырлыҡ дуҫтарға һәр ваҡыт мохтаж. Ҡайһы бер дуҫтар матди яҡтан, ҡайһылары рухи яҡтан ярҙам итәләр. Кәрәк ваҡытта уларҙан аҡса йәки берәй әйбер һорап тора алаһың, бәләгә тарыһаң йәки ауыр хәлгә осраһаң дуҫтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалаһың. Мәшәҡәттәре мәңге бөтмәҫ был донъяла дуҫтар һәр саҡ терәк. Дуҫлыҡҡа таянған кеше тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмай. Уның һәр аҙымы ышаныслы була. Тайғаҡ юлдан атлағанда йығылмаҫ өсөн таяҡ кәрәк, ғүмер юлынан уҙғанда дуҫтарҙың булыуы шарт.
Дуҫлашып йәшәүҙең дә үҙ ҡағиҙәләре бар. Шуларҙы белеү мотлаҡ. Уларҙы үтәү аралағы дуҫлыҡты нығыта. Был ҡағиҙәләр: үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыу, йыш аралашыу, бер-береңдең хәлен белешеү һәм башҡалар.
Автор:Алия Салихова
Читайте нас: