Все новости
В АПК района
30 Июля , 16:43

СТРАТЕГИЯ НИҘӘРҘЕ КҮҘ УҢЫНДА ТОТА?

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова “Стратегия-2035” проектын тәҡдим итте.

СТРАТЕГИЯ НИҘӘРҘЕ КҮҘ УҢЫНДА ТОТА?

Республикала 2035 йылға хәтлем туризмды үҫтереү стратегияһы 2021 йылдың мартында Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан эшләнә башланғайны. Әле был документ төбәк башҡарма власть органдары һәм муниципалитеттар менән килешеүҙе көтә.

"Туриндустрияны булдырыу стратегик программаһы эшләнеү йәһәтенән төбәктәрҙә бер-береһенән ныҡ ҡына айырыла, – ти Эльмира Туҡанова. – Уның ҡарауы, ҡайһы төбәктәрҙә ул күптән эшләй, шунда туризм ныҡлы йәйелдерелгән. Беҙҙең төп бурыс – тармаҡты оҙайлы ваҡытҡа һәм күп йылдарға үҫтереү. Был өлкә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты нигеҙендә айырыуса әүҙемләшә".

Эльмира Наил ҡыҙы билдәләүенсә, Башҡортостанда 2035 йылға хәтлем туризмды үҫтереү стратегияһына нигеҙләнеп, республикабыҙҙа ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын һаҡларға, был тәңгәлдә позицияны нығытырға мөмкин, шулай уҡ был өлкәгә ҡағылышы булған аҙыҡ-түлектең исемлеген аныҡларға була. Стратегия төбәктә эске һәм халыҡ-ара баҙар өсөн сифатлы, конкуренцияға һәләтле аҙыҡ-түлек етештереүҙе, ялды, һаулыҡты, тармаҡта бизнесты үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

https://bashgazet.ru/articles/sport-m-turizm/2021-07-29/strategiya-ni-r-e-k-u-ynda-tota-2445369

Автор:Алия Салихова