Стәрлетамаҡ ҡалаһы
КӨҪӘПҠОЛОВА Әлфинур Юлай ҡыҙына
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, балдыҙымды ысын күңелдән ғүмер байрамы - 30 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош, һикәлтәһеҙ юлдар һиңә! Күңел күгең аяҙ, эшләгән эштәрең уңышлы, бәхетең тулы булһын, ҡәҙерлебеҙ! Яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә! Бөгөнгөләй көләс йөҙлө, асыҡ күңелле, уңған, егәрле, алсаҡ, йәш булып ҡал! Яныңда ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм һине хөрмәт итеүсе һәм яратыусы кешеләр булһын.
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын тормошҡа.
Иң изге теләктәр менан тормош иптәшең Фидан, ҡыҙҙарың Камила, Ралина, атайың Юлай, әсәйең Гүзәл, еҙнәң Наил, туғандарың Эльвина, Илназ, Ислам, Реналь исеменән апайың Әлфиә.