Өмөтбай ауылы
ИСЛАМҒОЛОВА Миләүшә Фәтҡулла ҡыҙына
Донъялағы иң ғәзиз, һөйөклө кешебеҙҙе ихлас күңелдән күркәм 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ошо матур байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. Хоҙай Тәғәлә ғүмереңә бәрәкәт, шәфҡәтле йөрәгеңә — көс, йәшәү дәрте бирһен. Артабан да беҙҙең терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың шатлыҡ-ҡыуанысына төрөнөп, балаларыңдың игелеген, ейән - ейәнсәрҙәреңдең шатлығын күреп, ихтирамын тойоп йәшәргә насип булһын! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Һин беҙҙең тормошто йәмләүсе, бәхет өләшеүсе, беҙҙең өсөн үрнәк, кәңәшсебеҙ, таянысыбыҙ. Барыбыҙҙы ла һәр ваҡыт ҡурсалап торғаның, изге күңелең, хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙ һиңә! Беҙ һине яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!
Һиңә булған беҙҙең хөрмәтебеҙ
Урын алһын йөрәк түрендә.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ғүмер-ғүмергә.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнара, Гөлсинә, Гөлшат, кейәүҙәрең Раяз, Геннадий, Владик, ейән - ейәнсәрҙәрең