Аллағыуат ауыл биләмәһенән бөгөнгө көндә ил һағында булған ир-егеттәрҙе 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һәр береһенең иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтөп ҡалабыҙ. Егеттәребеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, бәхетле тормош, илебеҙҙең тыныс булыуын теләйбеҙ.
Ил яҙмышы ирҙәр иңдәрендә -
Яҡлаусы ла улар, һаҡсы ла.
Ватанға һеҙ ҡалҡан булған өсөн
Күктәребеҙ зәңгәр, яҡты ла.
Ҡотлау менән Аллағыуат ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары.