-4 °С
Облачно
ВКОК
Все новости
Мероприятия
8 Июня 2023, 12:32

БЕЛДЕРЕҮ!

 Хөрмәтле ауылдаштар! Һеҙҙе һәм ошо ауылда тыуып үҫкән, сит тарафтарҙа ғүмер кисергән туғандарҙы 2023 йылдың 18  июнендә Мортаҙа ауылында  үткәреләсәк “Һаумыһығыҙ ауылдаштар!” байрамына саҡырабыҙ, һеҙҙе күңелле осрашыуҙар, дуҫтар һәм туғандар көтә. Байрам мәктәп эргәһендә, туғайҙа була. Башлана 11.00 сәғәттә. Рәхим итегеҙ! Ойоштороу комитеты.

БЕЛДЕРЕҮ!
БЕЛДЕРЕҮ!

Ауылымдың сал тарихы

Тыуған ер...

Беренсе тапҡыр ҡояшты, йондоҙҙарҙы һиндә күрҙем, тупраҡ йылыһын һиндә тойҙом мин!

Икмәктең тәмен, ҡәҙерен белергә лә һин өйрәттең, тыуған ер! Һәр кемгә тыуған ере йәмле лә, ғәзиз дә ул!

Тыуған ерем! Беҙ гүзәл тәбиғәтле Мортаҙа ауылында йәшәйбеҙ. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса ауылыбыҙға 1740 йылда нигеҙ һалынған. Ул бөйөк старшина Мортаҙа Яратҡолов исемен йөрөтә. Мортаҙа Яратҡолов - 1737 йылғы Башҡорт восстаниеһының актив көрәшсеһе. Уның тураһында ошондай мәғлүмәттәр билдәле. Мортаҙа Яратҡоловтың улы Ғәли, ә Ғәлиҙең улдары: Аллағол, Муллағол, Хоҙайғол, Хоҙайбирҙе булған. Оҙаҡ йылдар беҙҙең ауыл менән Илсекәй Тимер бей етәкселек иткән. 1795 йылда ауылда бөтәһе 59 өйҙә 172 кеше йәшәгән. Беҙҙең ауыл Юрматы ырыуы, Тәтегәс затына инә. Ағасыбыҙ – миләш, ҡошобоҙ – торна, тамғабыҙ- ҡаҙаяҡ, ораныбыҙ Айтайлаҡ.

Ауылыбыҙ Ослотау, Дүрткелтау итәктәренә һыйынып ултырған. Уның Әмәкәс тауҙарында зифа ҡайынлы урмандары болондары еләк – емешкә бай, икһеҙ - сикһеҙ иген баҫыуҙары йәйрәп ята. Ауыл эргәһенән бәләкәй генә Әмәкәс йылғаһы аға. Ул Ҡайраҡлы йылғаһына, ә Ҡайраҡлы Стәрлегә ҡоя. Әмәкәс тауы һәм Әмәкәс йылғаһы иң беренсе килеп ултырған Әмәкәс тигән кешенең исеме менән бәйле. Һәр кешене ауылға ингән саҡта Ҡыҙҙар тауы ҡаршы ала. Унда яҙ етеү менән ҡыҙҙар уйынға сығыр булған. Мортаҙаның Ҡамыштау, Һикетау, Ҡыҙылташы  ла үҙенә тартып тора.

 Мортаҙа ауылы матур тәбиғәте, бай тарихы менән генә түгел, эшһөйәр  данлыҡлы кешеләре менән дә айырылып тора. Мәҫәлән, Атанғолов Илдар Ғилемйән улы Миәкә районы Миәкә ауылында оҙаҡ йылдар баш табип булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас үҙенең шәхси клиникаһын аса һәм бик уңышлы эшләп килә.

Атанғолова Роза һәм Рәйсә апайҙар ҙа билдәле. Роза Ғилемйән ҡыҙы үҙебеҙҙең районда күп йылдар район мәғариф бүлегендә методист, ә Рәйсә Ғилемйән ҡыҙы Өфөлә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында бүлек мөдире булып эшләп, әлеге ваҡытта хаҡлы ялда.

Яҡупова (Загитова) Суфия Нәби ҡыҙы – РСФСР халыҡ мәғарифы отличнигы. Эшен Тормай урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып башлай, райкомда пропаганда бүлеге урынбаҫары була. Тормошҡа сыҡҡас, Калининград өлкәһендә белем ойошмаһында референт булып эшләй. Һуңынан Өфөлә гимназияла уҡыта. Ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫтерә. Әлфиә – кинорежиссер, ә Зөлфиә – график –дизайнер, Рәсәй  Рәссамдар союзы ағзаһы.

Тыуған төйәгебеҙ, тыуып үҫкән еребеҙ – һәммәбеҙгә лә ҡәҙерле ер ул!

Әлеге ваҡытта Мортаҙа ауылы халҡы тырышып эшләй, күптәр матур итеп донъя көтә,  мал аҫрай, баҡса үҫтерә.

Киләсәктә лә ауылыбыҙ бөтмәһен, матурланһын, йәштәр күбәйһен һәм ауылда ҡалһын!

Автор:Венера Габитова
Читайте нас: