Все новости
Новости
14 Сентября , 12:01

ТАУЫШ БИР ҘӘ, "РӘХМӘТ" АЛ!

17-нән 19 сентябргә тиклем үҙенең һайлау участкаһында тауыш биргән кешеләр “Рәхмәт” тип аталған акцияның махсус браслеттарын аласаҡ. Был акция матур йолаға әйләнә бара һәм төрлө ҡала һәм райондар уға ҡушыла. Был браслеттар кешеләргә тауар һәм хеҙмәттәрҙе ташлама менән алыу мөмкинлеге бирә.

ТАУЫШ БИР ҘӘ, "РӘХМӘТ" АЛ!

Өфөлә партнерҙар һаны 300 ойошма тәшкил итә. Башҡа ҡала һәм райондарҙа 40-тан 70-кә тиклем ойошма ҡушыла.

“Быйыл Туймазы ҡалаһы һәм районында “Рәхмәт” акцияһында 49 предприятие һәм ойошма ҡатнаша. Улар ташламалар бирә, бер тапҡыр бушлай хеҙмәттәр күрһәтә. Беҙҙең театр ҙа унда ҡатнаша. Тауыш биргәндәр үҙ участкаларында браслеттар аласаҡ һәм шуның менән 18 һәм 19 сентябрҙә театрға килеп театрлаштырылған сара-концерт ҡарай аласаҡтар”, – ти Туймазы дәүләт татар драма театры директоры Руслан Вәхитов.

“Рәхмәт” акцияһы Өфө, Өфө районы, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Октябрьский, Нефтекама, Благовещен, Бөрө, Сибайҙа үтә. Муниципалитеттарҙа ҡағыҙ браслеттар таратыласаҡ көндәр һәм сәғәттәр раҫланған. Уның исемлеге менән акцияның рәсми сайтында танышырға була. Шуныһы, браслеттар һаны сикле.

https://bashgazet.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/2021-09-14/tauysh-bir-r-hm-t-al-2503836

 

Автор:Алия Салихова