Все новости
Новости
14 Сентября , 11:43

ЖУРНАЛИСТАР “ЯНДЕКС.ДЗЕН” СЕРҘӘРЕН ӨЙРӘНДЕ

Сочиҙа барған "Рәсәй-2021" заман журналистикаһы форумының өсөнсө көнө лә емешле һәм һөҙөмтәле үтте. Башҡортостан делегаттары киң мәғлүмәт сараларына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралған фекер алышыуҙарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.

ЖУРНАЛИСТАР “ЯНДЕКС.ДЗЕН” СЕРҘӘРЕН ӨЙРӘНДЕ

Мәҫәлән, “Говорит Москва” радиоһының генераль директоры Владимир Мамонтов “электән эшләп килгән киң мәғлүмәт сараларына нисек заман арбаһынан төшөп ҡалмаҫҡа?” тигән һорауға яуап биреп, “артабан йәшәр өсөн гәзит тик гәзит кенә булмаҫҡа тейеш” тип билдәләне. Миҫал итеп “Комсомольская правда”ны килтерҙе. Белеүебеҙсә, бөгөн ул үҙ радиоһы, ютуб-каналы, социаль селтәрҙәрҙә аккаунттары булған тотош холдингка әйләнде. Ябай итеп әйткәндә, һәр ваҡыт үҫергә, яңы алымдарҙы үҙләштерергә кәрәк.

“Бөгөнгө заман шарттарында киң мәғлүмәт сараларында нисек итеп аҡса эшләргә?” тип аталған семинарҙа төп спикер булараҡ Рәсәй Журналистар союзы секретары, “Утро.ру” интернет-гәзитенең баш мөхәррире Юлия Ложечко сығыш яһаны. Ул иң һөҙөмтәле алымдарҙың береһе “Яндекс.Дзен” тип билдәләне. Күптән түгел был ресурс физик шәхестәр менән бер рәттән юридик берәмектәргә лә аҡса түләй башланы. Әммә, спикер билдәләүенсә, “Яндекс.Дзен” кликбейтты, йәғни онлайн-рекламанан килем алыуҙы бик етди тикшерә. Башҡа ресурстар араһынан Юлия Ложечко реклама баннерҙарын, промокодтарҙы айырып билдәләне.

“Россия сегодня” халыҡ-ара мәғлүмәт агентлығы корпоратив коммуникациялар идаралығы начальнигы Анна Старкова Телеграм-каналдарҙы уңышлы алып барыу серҙәре менән уртаҡлашты. Был ресурс та киң мәғлүмәт сараларын танытыу йәһәтенән һөҙөмтәле һанала.

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-13/zhurnalistar-yandeks-dzen-ser-ren-yr-nde-2503568

Автор:Алия Салихова