+9 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Новости
14 Октября 2021, 17:25

Көн темаһы - халыҡ иҫәбен алыу һәм конкурста ҡатнашыу

13 октябрҙә Стәрлебаш ауылының биләмә - ара китапханаһында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте. Ултырышта район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф.Ә.Шаһисолтанов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе Рәйфә Ғәлиева, Стәрлебаш районы башҡорттары ҡоролтайының урындағы бүлексәһе ағзалары ҡатнашты. Ҡатнашыусылар ойошма эшмәкәрлеге, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу, "Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсында ҡатнашыу һәм башҡа мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Көн темаһы - халыҡ иҫәбен алыу һәм конкурста ҡатнашыу
Көн темаһы - халыҡ иҫәбен алыу һәм конкурста ҡатнашыу

Ултырышты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Ә. Шаһисолтанов асты. Ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек эштәре менән ентекле таныштырҙы һәм район ошондай күләмле сараны үткәрергә әҙер, тип билдәләне.

- Бөтә халыҡ исәбен алыу 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябренә тиклем һанлы технологиялар ҡулланып үткәреләсәк. Район территорияһында барлығы 31 иҫәп алыусы һәм биш контролер эшләйәсәк. Зәңгәр төҫтәге экипировка: иҫәп алыу логотибы менән жилет, "Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу- 2020" яҙыулы шарф, “Росстат” тип яҙылған портфеле буйынса иҫәп алыусыны таныуы еңел буласаҡ. Иҫәп алыусы үҙенең паспортын һәм таныҡлығын күрһәтергә тейеш. Үҙеңде һәм ғаилә ағзаларын яҙҙырыуҙың бер нисә ысулы бар. Иҫәп алыусыларҙы өйҙә көтөргә йәки Стерлибаш ауылы, К. Маркс урамы, 107а адресы буйынса урынлашҡан халыҡ иҫәбен алыу пунктына (Район мәҙәниәт йорто) килергә, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәре порталында һорауҙарға яуап бирергә мөмкин. Иҫәп алыуға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән районда ойошторолған колл-үҙәккә 8 (34739) 2-20-59 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ, - тине Флүр Әмир улы. Алдағы халыҡ иҫәбен алыуҙың мөһимлеген билдәләп, Ф.Ә. Шаһисолтанов район халҡын сараға аңлы рәүештә һәм яуаплы ҡарарға, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһында әүҙем ҡатнашырға һәм аныҡ мәғлүмәттәр бирергә, иҫәп алыусыларға беҙҙең район һәм тотош ил өсөн мөһим эште атҡарып сығырға ярҙам итергә саҡырҙы.

Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәйфә Ғәлиева ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында һөйләне, шулай уҡ һәр кемде йәмәғәт ойошмаһы эшендә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы. Сара барышында туған телдәрҙе, милли мәҙәниәтте өйрәнеү һәм һаҡлау, "Айыҡ ауыл" республика конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде.

- "Айыҡ ауыл" конкурсы Башҡортостан Башлығы Грантына үткәрелә. Конкурстың маҡсаты — ауыл халҡын айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә йәлеп итеү, йәш быуынды йолаларға ярашлы тәрбиәләү һәм уны эскелектән, тәмәке тартыуҙан һаҡлау. Быға тиклем беҙҙең райондан был конкурста Айтуған һәм Ҡабыҡҡыуыш ауылдары ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса Ҡабыҡҡыуыш ауылы акустик система һатып алыуға сертификат менән бүләкләнде. Быйыл конкурста ҡатнашыусылар күберәк булһын ине һәм бөтә ауылдар ҙа конкурста көсөн һынап ҡараһын ине. Еңеүселәргә Дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырыласаҡ. Был аҡсаны халыҡ ауылдарҙы төҙөкләндереүгә тотона ала, - тип билдәләне Рәйфә Ғәлиева.

Сараға йомғаҡ яһап, ултырышта ҡатнашыусылар ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе.

Белешмә.

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу — Рәсәй Федерацияһы территорияһындағы кешеләр тураһында мәғлүмәт тупланмаһы, дөйөмләштерелгән демографик, иҡтисади һәм социаль мәғлүмәт алыу маҡсатында ун йылға бер тапҡыр берҙәм дәүләт статистика методикаһы буйынса үткәрелә. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашыу һәр кемдең йәмәғәт бурысы булып тора.

Венера ҒӘБИТОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Венера Габитова
Читайте нас: