+17 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Новости
15 Октября 2021, 16:14

БӨГӨН - АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ КӨНӨ!

Ҡояштан иртә торабыҙ- Таңдар бәхет өләшә, Беҙҙең уңғанлыҡҡа хатта Бал ҡорттары көнләшә!   Тауыҡ сүпләп өлгөр(ә)алмаҫ Бөтмәҫ мәшәҡәтлебеҙ- Ҡош-ҡорт, мал-тыуар, баҡсалы Ауыл ҡатындары беҙ.

БӨГӨН - АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ КӨНӨ!
БӨГӨН - АУЫЛ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ КӨНӨ!

Башта - яулыҡ, өҫтөбөҙҙә -

Балитәкле күлдәктер,

Ялбыр баштар, ялтыр боттар

Арабыҙҙа һирәктер.

 

Ҡояштай көләс йөҙөбөҙ

Болотламай ҙа хатта!

Әйтерһең ҡайғы-хәсрәт юҡ

Ярыҡ... үксәнән башҡа.

 

Баҡса үҫә, ҡош-ҡорт уңа,

Һөт-ҡаймаҡ ағып тора,

Йәшәйбеҙ беҙ рәхәтләнеп,

Эштән йәм табып ҡына.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: