+14 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Новости
20 Октября 2021, 15:11

БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА АШНАҠСЫЛАР КӨНӨ!

Ашнаҡсы – иң тыныс, тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Халыҡ-ара статусҡа эйә булған был байрамға Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан бынан 15 йыл элек, 2004 йылда нигеҙ һалына.  

БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА АШНАҠСЫЛАР КӨНӨ!
БӨГӨН – ХАЛЫҠ-АРА АШНАҠСЫЛАР КӨНӨ!

Халыҡ-ара дата 2004 йылда Бөтә донъя кулинарҙар йәмғиәте ассоциацияһының инициативаһы менән булдырыла. Был ойошма составына төрлө илдәрҙән һигеҙ миллион ашнаҡсы һөнәре вәкилдәре инә. Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө 70 илдә киң күләмле байрам сараһына әүерелгән. Рәсәйҙә кулинария фән булараҡ 18-се быуатта үҫешә башлай. Был туҡланыу предприятиеларының таралыуы менән бәйләнгән. Хөрмәтле ашнаҡсылар! Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, матур көндәр теләйбеҙ! 

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: