Все новости
Новости
23 Ноября , 11:50

БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ...

Ашҡынып та бер ҡайтаһы ине, Тыуып-үҫкән ғәзиз өйөмә. Ҡаршы алһын ине әсәкәйем, Нур бөркөтөп яҡты йөҙөнән. Самауырлы сәйҙе тәмләп эсеп, Урындыҡта ихлас көлөшөп. Сөкөрләшһәң ине элеккесә, Бар серҙәрҙе уртаҡ бүлешеп.

БЕР ҠАЙТАҺЫ ИНЕ...

Сепараттың матур гөжләүенән,

Күңелдәргә йылы нур тула.

Ә мейестән,урыҫ мейесенән,

Бешкән икмәк еҫе тарала!

Әсәйемдең йылы икмәгенең,

Тәмкәйҙәре һаман телемдә.

Әсәйле саҡ-иң бәхетле осор,

Булған бары бер миҙгел генә!.

Бала саҡтан ҡалған нурлы өйгә,

Тағы берәй генә ҡайт ине...

Йылы юрған аҫтарынан сыҡмай

Иркәләнеп кенә ят ине!

Матур үткәндәрҙе әй һағынып,

Баҫып торам йылға ярында.

Тик әсәйҙең наҙлы ҡулы түгел,

Йылы ғына елдәр ҡағыла...

Самауырын ҡуйып урындыҡҡа

Көтһөн ине әсәй тағы ла..

Әлфиә Абдрафиҡова.

Автор:Алия Салихова