Все новости
Новости
23 Ноября , 15:13

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

"Джентельмены удачи" - бөтәбеҙ ҙә яратып ҡараған һәм күпме генә ҡараһаң да ялҡытмай һәм иҫкермәй торған данлыҡлы фильмды хәтерләйһегеҙме? Ә Василий Алибабаевич ролен иҫ китерлек тормошсан итеп башҡарыусы актер Раднэр Моратовтың тамырҙары Башҡортостандан икән. Уның атаһы Зиннәт Моратов Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылында тыуып үҫкән.

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

"Джентельмены удачи" - бөтәбеҙ ҙә яратып ҡараған һәм күпме генә ҡараһаң да ялҡытмай һәм иҫкермәй торған данлыҡлы фильмды хәтерләйһегеҙме? Ә Василий Алибабаевич ролен иҫ китерлек тормошсан итеп башҡарыусы актер Раднэр Моратовтың тамырҙары Башҡортостандан икән. Уның атаһы Зиннәт Моратов Саҡмағош районының Яңы Ҡалмаш ауылында тыуып үҫкән. Улы тыуғас, Зиннәт Ибәт улы РАДНЭР (радуйся новой эре тигәнде аңлата) тип исем ҡуша. Тик улы үҙен йә Радмир, тип, йә Радик, ти таныштырыр булған. Осоусылар мәктәбен тамамлаһа ла, күҙҙәре насарыраҡ күреү сәбәпле, Раднэр был һөнәр буйынса эшләй алмай. Мәскәүгә барып, ВГИК-ка(Всероссийский государственный институт кинематографии) уҡырға инә.

"Джентльмены удачи" фильмы геройы Василий Алибабаевич өсөн азиат кеше кәрәк була, тик кәрәкле типаж табыу оҙаҡҡа һуҙыла. Институт коридорында осраҡлы рәүештә генә Раднэр Моратовты буласаҡ фильмдың режиссеры Александр Серый осрата. "Бына бит Василий Алибабаевич килә!" Ҡап - ҡара сәсле, сем ҡара күҙле, ҡуңғырт йөҙлө Раднэр тап азиат кешеһе тиерлек шул. "Эй, гражданка! Ты туда на ходи, ты суда ходи. А то снег башка попадет, совсем мертвый будешь," - тигән һүҙҙәргә кино төшөрөүселәр үҙҙәре тәгәрәп ятып көлә.. Бында акцент та, Василий Алибабаевичтың ғәмһеҙ, талғын тауышы ла урынлы. Раднэр Зиннәт улы Моратов кинола 80 - дән ашыу роль башҡара, театрҙа ла уйнай.

Инсаф Сәлихов сәхифәһенән.

Автор:Алия Салихова