Все новости
Новости
11 Января , 09:47

11 ҒИНУАР - БӨТӘ ДОНЪЯ РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ КӨНӨ

Күптән түгел донъяның бөтә календарҙарында ла 11 ғинуар ғәҙәти булмаған датаға әйләнде. Ҡыштың был көнө асыҡ күңелле кешеләрҙең яҡтылығы һәм йылыһы менән тулған, теләктәрҙең ихласлығы менән һуғарылған. Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, изге теләген белдерә. БАРЛЫҠ ТӨРКӨМДӘШТӘРЕБЕҘГӘ, ҺАУЛЫҠ ТЕЛӘП, БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛҒАНЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ БЕЛДЕРӘБЕҘ! Ә һеҙ Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнөндә кемдәргә рәхмәтегеҙҙе еткерер инегеҙ, дуҫтар?

11 ҒИНУАР - БӨТӘ ДОНЪЯ РӘХМӘТ БЕЛДЕРЕҮ КӨНӨ

Күптән түгел донъяның бөтә календарҙарында ла 11 ғинуар ғәҙәти булмаған датаға әйләнде. Ҡыштың был көнө асыҡ күңелле кешеләрҙең яҡтылығы һәм йылыһы менән тулған, теләктәрҙең ихласлығы менән һуғарылған. Ер йөҙөндәге һәр бер кеше көн һайын күп тапҡыр рәхмәт әйтә, изге теләген белдерә.

БАРЛЫҠ ТӨРКӨМДӘШТӘРЕБЕҘГӘ, ҺАУЛЫҠ ТЕЛӘП, БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛҒАНЫҒЫҘ ӨСӨН ҘУР РӘХМӘТ БЕЛДЕРӘБЕҘ! Ә һеҙ Бөтә донъя рәхмәт әйтеү көнөндә кемдәргә рәхмәтегеҙҙе еткерер инегеҙ, дуҫтар?

Рәхмәт!

Ғүмеремдең төрлө сағы булды,

Уҡмашҡаны булды яҙ, ҡышым,

Көн менән төн алмашҡаны булды –

Төрлө кәртә ҡорҙо яҙмышым.

 

Ул ҡолата һуҡты – тороп баҫтым!

Ул үлтерҙе – ҡабат терелдем!

Иң ауырын бирҙе юғалтыуҙың,

Йәшәү ҡәҙерҙәрен мин белдем.

 

…Рәхмәт менән таңда күҙем асам,

Шөкөр итәм тапҡан малыма,

Шуға күрә бәхет һандуғасым

Һайрай ҡунып күңел талыма.

 

Шуға күрәм донъя матурлығын!

Беләм туған-дуҫтың ҡәҙерен!

Шуға һәр саҡ аяҙ күңел күгем,

Ошо хаҡта булыр нәҙерем.

 

Шөкөр – донъяларҙа йәшәп ятам,

Камил аңым, теүәл ағзалар,

Һулар һауам таҙа, һыуым – татлы,

Урап үтә, шөкөр, ҡазалар.

 

Риза булып йәшәү – үҙе бәхет,

Рәхмәт ишетеүе – һай, рәхәт!

Рәхмәтлемен бөгөн яҙмышыма,

Эй Хоҙайым, һиңә мең рәхмәт!

Фирүзә Абдуллина.

Автор:Алия Салихова