+18 °С
Ясно
ОКВК
Все новости
Новости
2 Декабря 2022, 09:26

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ибраҡай ауылы РӘЖӘПОВА Ләлә Рафаиль ҡыҙына һәм РӘЖӘПОВ Фәнзил Фәүәзит улына Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙҙы 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, йән тыныслығы, яңынан-яңы шатлыҡ - ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ. Балаларыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, бергә именлектә йәшәргә насип итһен Хоҙай. Бөгөнгөләй көләс йөҙлө, асыҡ күңелле, уңған, һөйкөмлө кеше булып ҡал. Әле булған бәхетең артып ҡына торһон. Беҙ һине бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Һөйөклө ейәнебеҙ, туғаныбыҙҙы 40 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош, һикәлтәһеҙ юлдар һиңә! Күңел күгең аяҙ, эшләгән эштәрең уңышлы, бәхетең тулы булһын, ҡәҙерлебеҙ! Юбилейығыҙ менән ҡотлап һеҙҙе, Еткерәбеҙ изге теләктәр. Ғүмерегеҙ булһын бәхетле, Бәхетегеҙ булһын ғүмерле. Ерҙә булған бөтә изгелекте Бирһен Хоҙай һеҙгә был көндө. Теләктәр күп, әммә һәммәһен дә Һанап тормаҫ булдыҡ беҙ һеҙгә. Сөнки улар барыһыла һыя Бәхет тигән оло бер һүҙгә. Иң изге теләктәр менән атайың - олатайың, әсәйең - өләсәйең, Хөсәйеновтар, Рәжәповтар, Шәрәфетдиновтар, Хәсәновтар. Ибраҡай - Стәрлетамаҡ.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Ибраҡай ауылы

 РӘЖӘПОВА Ләлә Рафаиль ҡыҙына һәм РӘЖӘПОВ Фәнзил Фәүәзит улына

Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ - ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙҙы 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә лә сәләмәтлек, йән тыныслығы, яңынан-яңы шатлыҡ - ҡыуаныстар, мул тормош теләйбеҙ. Балаларыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, бергә именлектә йәшәргә насип итһен Хоҙай. Бөгөнгөләй көләс йөҙлө, асыҡ күңелле, уңған, һөйкөмлө кеше булып ҡал. Әле булған бәхетең артып ҡына торһон. Беҙ һине бик яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ!

Һөйөклө ейәнебеҙ, туғаныбыҙҙы 40 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәрәкәтле, мул тормош, һикәлтәһеҙ юлдар һиңә! Күңел күгең аяҙ, эшләгән эштәрең уңышлы, бәхетең тулы булһын, ҡәҙерлебеҙ!

Юбилейығыҙ менән ҡотлап һеҙҙе,

Еткерәбеҙ изге теләктәр.

Ғүмерегеҙ булһын бәхетле,

Бәхетегеҙ булһын ғүмерле.

Ерҙә булған бөтә изгелекте

Бирһен Хоҙай һеҙгә был көндө.

Теләктәр күп, әммә һәммәһен дә

Һанап тормаҫ булдыҡ беҙ һеҙгә.

Сөнки улар барыһыла һыя

Бәхет тигән оло бер һүҙгә.

Иң изге теләктәр менән атайың - олатайың, әсәйең - өләсәйең, Хөсәйеновтар, Рәжәповтар, Шәрәфетдиновтар, Хәсәновтар.

Ибраҡай - Стәрлетамаҡ.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: