Все новости
Новости
30 Декабря 2022, 14:16

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Үрге Аллағыуат ауылы КӨҪӘПҠОЛОВА Рәзилә Ғәбделхәй ҡыҙына һәм КӨҪӘПҠОЛОВ Самат Арыҫлан улына Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм юбилейы, хөрмәтле атайыбыҙ олатайыбыҙҙы 69 йәш тулыуы һәм атай - әсәйебеҙҙең бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атай, әсәй! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстарға тулы көндәр, именлек теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙең таянысыбыҙ, һеҙҙең менән бәхетебеҙ тулы. Күп йылдар бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп матур ғүмер юлы үттегеҙ. Киләсәктә лә бәхеттә, йән тыныслығында, бер - берегеҙгә терәк - таяныс булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен, игелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, матур ғүмер миҙгелдәре кисереп йәшәргә яҙһын. Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә Балҡып торһа ине утыбыҙ. Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ. Насип булһын артабан да йәшәү Ғаилә бәхетенә йыуанып, Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен Был донъяның татып, ҡыуанып. Иң изге теләктәр менән балаларың Айзат, Ризида, Рафаэль, Гөлназ, Рушан, ейән - ейәнсәрҙәрегеҙ Илназ, Мурат, Русалина, Ирхан, Камилла.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Үрге Аллағыуат ауылы

КӨҪӘПҠОЛОВА Рәзилә Ғәбделхәй ҡыҙына һәм КӨҪӘПҠОЛОВ Самат Арыҫлан улына

Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 65 йәшлек күркәм юбилейы, хөрмәтле атайыбыҙ олатайыбыҙҙы 69 йәш тулыуы һәм атай - әсәйебеҙҙең бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 45 йыл тулыу айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атай, әсәй! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ - ҡыуаныстарға тулы көндәр, именлек теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙең таянысыбыҙ, һеҙҙең менән бәхетебеҙ тулы. Күп йылдар бер-берегеҙҙе аңлап, ҡәҙер-хөрмәт итеп матур ғүмер юлы үттегеҙ. Киләсәктә лә бәхеттә, йән тыныслығында, бер - берегеҙгә терәк - таяныс булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең изгелектәрен, игелектәрен күреп, ихтирамын тойоп, матур ғүмер миҙгелдәре кисереп йәшәргә яҙһын.

Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә

Балҡып торһа ине утыбыҙ.

Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине

Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ.

Насип булһын артабан да йәшәү

Ғаилә бәхетенә йыуанып,

Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен

Был донъяның татып, ҡыуанып.

Иң изге теләктәр менән балаларың Айзат, Ризида, Рафаэль, Гөлназ, Рушан, ейән - ейәнсәрҙәрегеҙ Илназ, Мурат, Русалина, Ирхан, Камилла.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас в