+28 °С
Облачно
ВКОК
Новости
9 Февраля 2023, 09:41

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

ЯҠУПОВА Миңнур Биктимер ҡыҙына Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тормошобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ, балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн, Үтер юлыбыҙға үрнәк һин. Сабырһың да, оло йәнлеһең дә, Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин. Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә, Беҙ бәхетле һинең яныңда. Йәшә мәңге ҡәҙер - хөрмәттә, Тормош йәмле тик һин булғанға! Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнур, Зилә, Гөлназ, кейәүҙәрең Салауат, Илдар, Айнур, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлим, Сабина, Альбина, Наҙгөл, Илдан, Ислам. Иҫке Ҡалҡаш - Первомайский - Стәрлетамаҡ.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

ЯҠУПОВА Миңнур Биктимер ҡыҙына

Донъялағы иң ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ - әсәйебеҙ, өләсәйебеҙҙе 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тормошобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ, балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен, оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,

Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.

Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,

Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,

Беҙ бәхетле һинең яныңда.

Йәшә мәңге ҡәҙер - хөрмәттә,

Тормош йәмле тик һин булғанға!

Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлнур, Зилә, Гөлназ, кейәүҙәрең Салауат, Илдар, Айнур, ейән-ейәнсәрҙәрең Әлим, Сабина, Альбина, Наҙгөл, Илдан, Ислам.

Иҫке Ҡалҡаш - Первомайский - Стәрлетамаҡ.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас