

Хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙҙы юбилейы - 65 йәше менән ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, Хәлләф ҡоҙабыҙ менән тигеҙлектә балалар, ейән-ейәнсәрҙәр хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә насип булһын.
Яҡты көндөң һәр бер иртәһе
Килһен һиңә бәхет, наҙ булып.
Сәләмәтлек, уңыш юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар торһон урғылып!
Уйлама әле, ғүмер үтә тиеп,
Шат-көләс бул, һүнмә-һүрелмә,
Ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшә һин,
Урындарың булһын гел түрҙә.
Ҡотлау менән ҡоҙа-ҡоҙағыйың Гөлфинә менән Замир Ҡотлошиндар.