+12 °С
Дождь
ОКВК
Все новости
Новости
1 Ноября 2023, 11:28

Изге эшкә үҙ өлөштәрен индерәләр

Махсус хәрби операция зонаһындағы беҙҙең егеттәргә оҙатыу өсөн маскировка селтәрҙәре үреү буйынса ирекмәндәр эшенә аллағыуаттар ҙа ҡушылды. Маскировка селтәрҙәре - киң таралған маскировка төрҙәренең береһе, ул дошманды алдарға, ориентировканы юғалтырға, позицияларҙы йәшерергә мөмкинлек бирә. Маскировка селтәре менән ҡапланған окопты дошман күрмәй, танк ҡуйы үлән йәки ҡар менән ҡапланған "ҡалҡыулыҡҡа" әйләнә.

Изге эшкә үҙ өлөштәрен индерәләр
Изге эшкә үҙ өлөштәрен индерәләр

Махсус хәрби операция зонаһындағы яугирҙәргә маскировка селтәрҙәре - бронежилет та, бомбоубежище ла, әммә уның материалы хәрби хәрәкәттәр ваҡытында тиҙ арала туҙа. Утҡа тотолғанда, йәки тиҙ арала башҡа урынға күскәндә маскировка селтәрен һаҡлау тураһында уйлап тороп булмай.

Шуға күрә маскировка селтәрҙәре бик күп кәрәк. Уны предприятиелар ғына етештермәй, ирекмәндәр ҙә үрә. Беҙҙең район халҡы был изе эштә әүҙем ҡатнаша. Аллағыуат ауыл биләмәһендә маскировка селтәрҙәре үрәләр. Шуны әйтергә кәрәк, маскировка селтәр үреү станоктары урындағы мәсеттә урынлашҡан. Зөлфиә Ҡолһарина етәкселегендә был эш менән ветерандар ҙа, урта йәштәге ауыл халҡы, мәктәп коллективы, өлкән класс уҡыусылары, ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Шуныһы ҡыуаныслы, был изге эштә ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташтар ҙа ҡатнаша.

Улар маскировка селтәрҙәре үреп кенә ҡалмай, ә эш барышында махсус хәрби операцияның тиҙерәк тамамланыуын һәм егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтһындар тип теләп доға ҡыла, Нурия Асҡарова Ҡөръәндән сүрәләр уҡый. Зифа Ҡолһарина мөнәжәттәр әйтә, Нажиә Бикташева йыйылыусылар менән аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлаша. Дилә Вахитова онотолған йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр тураһында һөйләй.

Нурия Асҡарова, Хәмдиә Ишкина, Гөлүзә Ғәлимова, Нажиә Бикташева, Гөлсимә Ғафарова, Рәзилә Көҫәпҡолова яугирҙәребеҙгә йылы ойоҡбаштар бәйләй башлаған.

Улар барыһы ла оло йөрәкле, изге күңелле, миһырбанлы ҡатын-ҡыҙҙар. Шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй, тырышып эшләйҙәр. Өйҙәге мәшәҡәттәрен тамамлап маскировка селтәрҙәре үреү өсөн мәсеткә ашығалар, селтәрҙәр һис шикһеҙ яугирҙәребеҙҙе һаҡлар.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәребеҙгә ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Әлфинә Ҡолһарина һәр яҡлап ярҙам итә. Ошо ауылда тыуып үҫкән Илгиз Ҡолһарин махсус хәрби операция зонаһына рациялар һатып алып оҙатҡан.

Аллағыуаттарға маскировка селтәрҙәре үреү өсөн станоктарҙы Стәрлебаштан Фәрит Хәмиҙуллин эшләгән, ә сетка һәм таҫмаларҙы район халҡы йыйған аҡсаға һатып алғандар.

"Был эшкә үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Ярҙам итергә һәр кемдең үҙ сәбәбе бар: кемдеңдер, яҡындары, таныштары, дуҫтары мобилизацияланған, кемдер Чечня һуғышын иҫләй. Әммә уларҙың барыһын да изге эш - яугирҙәбеҙгә ҡулдан килгән тиклем ярҙам итеү теләге берләштерә. Һәр кем дөйөм эшкә күңел йылыһын һала. Был хөрмәткә һәм яҡташтарыбыҙ өсөн ғорурлыҡҡа лайыҡ", - тип рәхмәтен белдерә Зөлфиә Ҡолһарина.

Рәйсә МУСИНА. Фото З.Ҡолһарина тарафынан бирелде.

 

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: