

Яҡташыбыҙ, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, "Ватанды һаҡлаусылар" фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев башлап ебәргән "Изге матбуғатҡа яҙылыу" акцияһына ҡушылды. Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Аллағыуат һәм Һарайҫа ауыл биләмәләре ауылдарынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең әсәләрен "Стәрлебаш шишмәләре" район гәзитенә яҙҙыртты. Улар араһында Һарайҫа ауылынан яҡташ яугиребеҙҙең әсәһе Мәүлетова Фруза апай бар, уның атаһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан, ә әлеге ваҡытта улы үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнаша, күптән түгел - ноябрҙә, ул Ватан алдында күрһәткән батырлыҡтары өсөн М.М. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән (был турала тулыраҡ гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).
Был әсәйҙәр өсөн гәзит мөһим һәм кәрәк, сөнки унда яҡташ ир-егеттәребеҙҙең нисек хеҙмәт итеүе, махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәүе, батырлыҡтары һәм ҡыйыулыҡтары, Ватан алдындағы ҡаһарманлыҡтары өсөн миҙал һәм ордендар менән бүләкләнеүе, район хакимиәте етәкселеге, предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар вәкилдәре тарафынан уларға ниндәй ярҙам күрһәтелеүе тураһында яҙабыҙ. Һәм, әлбиттә, район гәзитендә тик дөрөҫ, ышаныслы һәм тикшерелгән мәғлүмәт бирелә.
Гөлнур Ғәлинур ҡыҙына ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә халыҡ мәнфәғәтендә артабан да яңы проекттарҙы уңышлы тормошҡа ашырыуығыҙҙы һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Ир-егеттәребеҙ тиҙерәк иҫән-һау әсәләре, ғаиләләре, яҡындары эргәһенә әйләнеп ҡайтһын.