+2 °С
Облачно
ОКВК
Все новости
Новости
15 Апреля , 12:30

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Түбәнге Аллағыуат ауылы РӘЖӘПОВА Райхана Даян ҡыҙына Беҙҙең ҡәҙерләп яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ бөгөн 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Әсәй, һин күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешеһең. Һинең тырышлығыңа, эшсәнлегеңә, изге йөрәгеңә, киң күңелеңә хайран ҡалырлыҡ. Беҙҙең өсөн әсәйебеҙ оло үрнәк, кәңәшсебеҙ, ныҡлы таянысыбыҙ. Әсәй! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, барлыҡ яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине шул тиклем яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Рәхмәт ғүмер бүләк итеп, беҙҙе берҙәм үҫтергәнең өсөн. Һинең алдыңда баш эйәбеҙ. Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай, Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың, Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән Таҙалыҡта үтһен көндәрең. Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә, Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта. Йәшәү йәме, донъя именлеге Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта. Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләләрең.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Түбәнге Аллағыуат ауылы

(234) РӘЖӘПОВА Райхана Даян ҡыҙына

Беҙҙең ҡәҙерләп яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡарт өләсәйебеҙ бөгөн 70 йәшлек матур юбилейын билдәләй. Әсәй, һин күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешеһең. Һинең тырышлығыңа, эшсәнлегеңә, изге йөрәгеңә, киң күңелеңә хайран ҡалырлыҡ. Беҙҙең өсөн әсәйебеҙ оло үрнәк, кәңәшсебеҙ, ныҡлы таянысыбыҙ. Әсәй! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтарҙан торған оҙон ғүмер, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, барлыҡ яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һине шул тиклем яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Рәхмәт ғүмер бүләк итеп, беҙҙе берҙәм үҫтергәнең өсөн. Һинең алдыңда баш эйәбеҙ.

Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,

Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың,

Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән

Таҙалыҡта үтһен көндәрең.

Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,

Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.

Йәшәү йәме, донъя именлеге

Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.

Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләләрең.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: