+28 °С
Облачно
ВКОК
Новости
1 Июня 2024, 05:30

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гүзәл Килмөхәмәт ҡыҙы СӘЛИХОВАНЫ күркәм ғүмер байрамы – 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ! Бынан дүрт тиҫтә йыл элек хозур тәбиғәтле Архангел яҡтарынан килен булып төшкән әсәйебеҙ атайыбыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур донъя ҡоралар.Барлыҡ ғүмерен мәктәп эштәренә, балаларға белем биреүгә бағышлай ул. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙ мәсетендә уҡыуҙар ойоштороп, ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәрә. Ҡәҙерлебеҙ донъяла ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, тормош һынауҙарын сабыр үтеп, күңел матурлығын һаҡлай белгән оло йөрәкле, хәстәрлекле, туған йәнле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Беҙҙең өсөн ул,күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы ғәзиз кеше. Әсәй, һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Атайыбыҙ менән биргән тәрбиәгеҙ, һөйөүегеҙ өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Киләсәктә лә өйөбөҙҙөң ҡото, нуры булып, күңел тыныслығында, барыбыҙҙың, иғтибарын тойоп,изгелегенә төрөнөп, сәләмәтлектә, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай. Тормош юлың бәрәкәтле үтһен, Шатлыҡ менән тулһын күңелең. Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ, Һин йәмләйһең беҙҙең өй түрен. Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ, Ҡыуаныста йәшә, мең йәшә. Һәр көнөңдә һине яратыусы Балаларың булһын йәнәшә. Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марат, кейәүҙәрең Рәил, Салауат, ейәндәрең Нурсолтан, Нурислам, Арыҫлан, ейәнсәрҙәрең Сәминә, Камила исеменән ҡыҙҙарың Лилиә менән Филүзә.

ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!
ИХЛАС КҮҢЕЛДӘН ҠОТЛАЙБЫҘ!

Стәрлебаш районы Ибраҡай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гүзәл Килмөхәмәт ҡыҙы СӘЛИХОВАНЫ күркәм ғүмер байрамы – 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән тәбрик итәбеҙ!

Бынан дүрт тиҫтә йыл элек хозур тәбиғәтле Архангел яҡтарынан килен булып төшкән әсәйебеҙ атайыбыҙ менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур донъя ҡоралар.Барлыҡ ғүмерен мәктәп эштәренә, балаларға белем биреүгә бағышлай ул. Бөгөнгө көндә ауылыбыҙ мәсетендә уҡыуҙар ойоштороп, ислам дине нигеҙҙәре буйынса дәрестәр үткәрә.

Ҡәҙерлебеҙ донъяла ябай, шул уҡ ваҡытта иҫ киткес көслө рухлы, тормош һынауҙарын сабыр үтеп, күңел матурлығын һаҡлай белгән оло йөрәкле, хәстәрлекле, туған йәнле ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Беҙҙең өсөн ул,күк йөҙөндәге ҡояш кеүек, тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы ғәзиз кеше.

Әсәй, һин булғанға донъябыҙ йәмле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Атайыбыҙ менән биргән тәрбиәгеҙ, һөйөүегеҙ өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Киләсәктә лә өйөбөҙҙөң ҡото, нуры булып, күңел тыныслығында, барыбыҙҙың, иғтибарын тойоп,изгелегенә төрөнөп, сәләмәтлектә, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.

Тормош юлың бәрәкәтле үтһен,

Шатлыҡ менән тулһын күңелең.

Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,

Һин йәмләйһең беҙҙең өй түрен.

Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,

Ҡыуаныста йәшә, мең йәшә.

Һәр көнөңдә һине яратыусы

Балаларың булһын йәнәшә.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марат, кейәүҙәрең Рәил, Салауат, ейәндәрең Нурсолтан, Нурислам, Арыҫлан, ейәнсәрҙәрең Сәминә, Камила исеменән ҡыҙҙарың Лилиә менән Филүзә.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас