Йәлембәт ауылында йәшәүсе КӘРИМОВТАР ғаиләһендә матур байрамдар осоро - бәләкәй ҡыҙыбыҙ Азалияның 31 июлдә, улыбыҙ Илнарҙың 5 августа, аталары Илфаттың 8 августа тыуған көндәре. Ә иң мөһиме атай - әсәйҙәре Илфат менән Гүзәлдең бергә тормош ҡороуҙарына 20 йыл. Ошо уңайҙан бөтәһен дә ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡтар менән тулы оҙон ғүмер, алдағы көндәрҙе дә ҙур уңыштар, имен, бәрәкәтле мул тормош, бөртөкләп йыйған донъяларының изгелеген күреп йәшәүҙәрен теләйбеҙ.
Гөрләшкән пар күгәрсендәй
Пар алмалай икегеҙ,
Ҡорған ҡотло донъяғыҙҙа
Тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Ғүмерегеҙҙең әле шундай мәле -
Көс - ҡеүәтегеҙ тора урғылып,
Ҡалған ғүмерегеҙҙе лә әлегеләй
Үткәрегеҙ берҙәм, бер булып.
Күңелегеҙҙә яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен,
Шат йылмайып ҡаршы алығыҙ
Ғүмерегеҙҙең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән бөтә туғандарығыҙ исеменән әсәй - өләсәйҙәрегеҙ Хәлиҙә.