Ҡабыҡҡыуыш ауылы
(663) ТУРЕБАЕВА Әлфинә Ғәлийән ҡыҙына
Ҡәҙерле ҡыҙым, яратҡан һеңлебеҙ, хөрмәт иткән апайыбыҙҙы ихлас күңелдән 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Әлеге көндә ҡәҙерлебеҙ Стәрлетамаҡ ҡалаһында Морат кейәүебеҙ менән балалар үҫтереп матур донъя көтә. Беҙ уға донъяның бар матурлығын, ҡояш нурҙарының иң яҡтыһын, сәләмәтлектең ныҡлыһын, ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең сикһеҙен теләйбеҙ. Туғандарына терәк-таяныс булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, бәхетле, имен тормошта оҙаҡ ғүмер кисерергә насип итһен Хоҙай. Көндәрең ҡояшлы, төндәрең йондоҙло, таңдарың тыныс булһын! Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелектәрен күреп, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡта, мул тормошта, иҫәнлектә-һаулыҡта тормош иптәшең менән оҙон, тигеҙ ғүмер кисерергә насип итһен.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ҡотлау менән әсәйең, ағайың Урал, апайың Сәлимә, еҙнәң Илдар, киленең Земфира һәм балалары.