-6 °С
Облачно
ВКОК
Все новости
Новости
3 Октября , 10:52

Ваҡытында яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Хөрмәтле стәрлебаштар! 4 октябрҙән 24 октябргә тиклем матбуғатҡа яҙылыу декадаһы уҙғарыла, был осорҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары түбәнерәк. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ! Район үҙәгендә йәшәүселәр һәм эшләүселәр «Стерлибашевские родники», «Стәрлебаш шишмәләре», «Стәрлебаш чишмәләре» гәзиттәренә редакцияла отошло яҙылырға мөмкин. Гәзиткә редакцияла яҙылып, уны килеп алырға мөмкин, ә коллектив менән яҙылған осраҡта - гәзит эш урынына илтеп бирелә. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына ташлама менән хаҡ 756 һум, ә бер йылға - 1272 һум тәшкил итә. Декаданың тап ошо осоронда яҙылып өлгөрөргә кәрәк, сөнки һуңынан хаҡ арта. Район гәзитенә яҙылыусылар бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыусы була. Шулай булғас, был икеләтә отошло - яратҡан гәзитегеҙгә яҙылаһығыҙ һәм призлы булаһығыҙ! Белешмә өсөн телефон: 2-23-56, 8 927-922-12-83 (баш мөхәррир), 2-23-54, 8 937-494-04-24 (бухгалтерия). Почта аша яҙылыусылар шулай уҡ декада осоронда почтаға барып ун процент ташлама менән яратҡан баҫмаларына яҙыла ала.

Ваҡытында яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!
Ваҡытында яҙылып ҡалырға ашығығыҙ, дуҫтар!

Хөрмәтле стәрлебаштар! 4 октябрҙән 24 октябргә тиклем матбуғатҡа яҙылыу декадаһы уҙғарыла, был осорҙа ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары түбәнерәк. Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

Район үҙәгендә йәшәүселәр һәм эшләүселәр «Стерлибашевские родники», «Стәрлебаш шишмәләре», «Стәрлебаш чишмәләре» гәзиттәренә редакцияла отошло яҙылырға мөмкин. Гәзиткә редакцияла яҙылып, уны килеп алырға мөмкин, ә коллектив менән яҙылған осраҡта - гәзит эш урынына илтеп бирелә. 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына ташлама менән хаҡ 756 һум, ә бер йылға - 1272 һум тәшкил итә. Декаданың тап ошо осоронда яҙылып өлгөрөргә кәрәк, сөнки һуңынан хаҡ арта. Район гәзитенә яҙылыусылар бүләктәр уйнатыуҙа ҡатнашыусы була. Шулай булғас, был икеләтә отошло - яратҡан гәзитегеҙгә яҙылаһығыҙ һәм призлы булаһығыҙ! Белешмә өсөн телефон: 2-23-56, 8 927-922-12-83 (баш мөхәррир), 2-23-54, 8 937-494-04-24 (бухгалтерия).

Почта аша яҙылыусылар шулай уҡ декада осоронда почтаға барып ун процент ташлама менән яратҡан баҫмаларына яҙыла ала.

Автор:Алия Салихова
Читайте нас: