Стәрлебаш мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Әлфиә Риф ҡыҙы, Стәрлебаш районы башҡорттары Ҡоролтайы исеменән уларға рәхмәт хаты тапшырҙы.Сәхнәгә өс ауыл әсәйҙәре саҡырыла. "Тамсылар", "Әхирәттәр", "Бөрлөгән" командалары араһында ярыш башлана.
Командалар үҙҙәре менән таныштыралар, мәҡәлдәрҙе дауам итәләр, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирәләр. Иң беренсе өй эше: һәр ауыл ҡатнашыусылары иң айыҡ, иң әүҙем ғаиләләр тураһында һөйләне. Бәхеткә күрә, бындай ғаиләләр бик күп. Артабан ижади конкурстар: "Әсәйҙәр, балалар, әхирәттәр темаһына сценка", йыр, бейеү конкурстары булды. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең әсәләренә лә концерт номерҙары тапшырылды. Һәр ауылдан килгән әсәйҙәр бик тырышҡандар, әҙерләнгәндәр.
Райондан килгән жюри ағзалары Сәйепова Гөлйөҙөм, Мухамедьяров Маратҡа еңеүселәрҙе билдәләүе еңел булманы.
Шулай ҙа урындар билдәләнде: 1 урын Мортаҙа ауылы "Бөрлөгән", 2 урын- Мәҡсөт ауылынан-"Әхирәттәр", 3 урынды хужалар "Тамсылар" командалары алдылар.
Бар командалар дипломдар һәм бүләктәр алдылар. Был байрамды алып барыусы Дилара Сәфәрғәлиева һәм бейеүсе Гөлшат Хоҙайбирҙиналарға мәҙәниәт бүлеге исеменән рәхмәт хаттары һәм бүләктәр бирелде.
Иң мөһиме: байрамдың спонсорҙары- Әсфәндийәров Алик һәм Фәнилә, ауыл советы депутаты Насиров Ильшат булдылар. Барлыҡ ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына, спонсорҙарға рәхмәттәр яуһын!
Ғаиләләрегеҙгә именлек, тыныс тормош теләйбеҙ!
#Стерлибашевскийрайон #трезвоесело2024 #Ибракай#Айыкауыл2024 ҠОРОЛТАЙ#КУРУЛТАЙ