Өмөтбай ауылы
(752) РАФИҠОВА (ФӘЙЗУЛЛИНА) Мәғрифә Ҡасим ҡыҙына
Ҡәҙерле кешебеҙҙе ысын күңелдән 75 йәшлек күркәм юбилейы менән тәбрикләйбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Мәғрифә Ҡасим ҡыҙы Мәләүез районының Дәүләтҡол ауылында 1949 йылдың 4 декабрендә тыуған. Ишембай ҡалаһында 2-се мәктәп-интернатын, Салауат педагогия училищеһын тамамлап, Стәрлетамаҡ педагогия институтында ситтән тороп белем алды. 1967 йылдан алып 35 йыл Йәлембәт мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләне. Өс улын - Илдар, Илгиз, Илфирҙы үҫтереп, оло юлға сығарҙы. Әле лә тырышып Илфир улы менән мал-тыуар, ҡош-ҡорт үҫтереп бик матур донъя көтәләр. Дин юлына баҫты һәм хәҙер биш намаҙын ҡалдырмай, Ҡөрьән аштарына ла йөрөй. Ижадҡа ала ваҡыт таба, шиғырҙары баҫылып тора. 2020 йылда үҙнәшер менән "Яҙмыш елдәре" тип аталған китап баҫтырҙы. Әле лә ижадын дауам итеп, әҫәрҙәр яҙа. Ижад шишмәһенең ҡоромауын, оҙон ғүмер, ҡоростай һаулыҡ, күңел көрлөгө һәм уңыштар теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән һеңлең Рәзилә, уның улдары Ришат, Рәмзил Рәжәповтар; Рифат, килене Ләйсән, ейәнсәрҙәре Әлиә, Азалия Әлимбаевтар, ҡустыһы Нәсим Рафиҡов, ҡыҙҙары Гөлназ, Гүзәлиә, Филүзә ғаиләләре; апайымдың улдары Илдар, Илгиз, Илфир Фәйзуллиндар ғаиләләре исеменән Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Рәзилә Рәжәпова.