Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ Рәжәпов Салауат Тимербай улының арабыҙҙан китеүенә бер йыл. Ул изге күңелле, кешелекле, тормош һөйөүсән, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер кеше ине. Беҙгә уның аҡыллы кәңәштәре, ярҙамы, яғымлы ҡараштары етмәй. Уның яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Яҡыныбыҙҙы белгәндәрҙе уны йылы һүҙҙәр менән иҫкә алып үтеүҙәрен һорайбыҙ.
Китһәң дә һин беҙҙең араларҙан,
Яҡты иҫтәлегең ҡалды күңелдә.
Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ,
Һин һәр ваҡыт йөрәк түрендә.
Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын,
Йомшаҡ булһын ятҡан тупрағың.
Урының булһын йәннәттә,
Үҙең мәңге беҙҙең йөрәктә.
Ҡатыны Алина, улы Нияз, ҡыҙы Элина.