Район гәзите редакцияһы коллективы иғлан иткән "Изге матбуғатҡа яҙылыу" акцияһына яҡташтарыбыҙҙың, битараф булмаған район халҡының теләп ҡушылыуы һөйөнөслө. Был акцияға “Ашҡаҙар” радиоһы алып барыусыһы, баш мөхәррире Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы Баһауетдинова ла ихлас ҡушылды һәм Өфө ҡалаһында йәшәгән ауылдаштарын, яҡташтарын ошо акцияға ҡушылырға саҡырҙы. Фәнүзә Кинйәмырҙа ҡыҙы, үҙ сиратында, бар ғүмерен балалар уҡытыуға, тәрбиәләүгә арнаған тәүге уҡытыусыларының береһе Насирова Әминә Насыри ҡыҙын Яңы йыл бүләге итеп "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенә яҙҙырҙы һәм артабан флешмобты ауылдашы, "Башҡортостан" республика гәзитенең биҙәлеш мөхәррире Ирек Ғәлиевҡа тапшырҙы - Ибраҡай ауылынан Рәжәпова Фәниә Миңләғәли ҡыҙы киләһе йылда район яңылыҡтары, тормошо менән танышып барыр. Шулай уҡ акцияға Ибраҡай ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Насиров Рәсүл Булат улы ҡушылды. Ул Ҡадирова Рәмилә Хәйбулла ҡыҙын "Стәрлебаш шишмәләре" гәзитенә яҙҙырҙы. Хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, редакция коллективы исеменән һеҙгә рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ, эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.