Ҡабыҡҡыуыш ауылы
Миңлекамал Шәрәфетдин ҡыҙы менән Минияр Минеүәр улы СОБХАНҒОЛОВТАРҒА
Ҡәҙерле атай-әсәйебеҙҙе, яратҡан олатай-өләсәйебеҙҙе ихлас күңелдән алтын туйҙары менән тәбрикләп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе һәм изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Атай, әсәй! Һеҙҙең уңғанлығығыҙға, киң күңелле, туған йәнле, сабыр, ғәҙел, изгелекле булыуығыҙға һоҡланабыҙ, үрнәк алабыҙ. Һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һеҙҙең фатиха менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, уйҙарыбыҙ яҡты, бәхетебеҙ тулы. Беҙгә, балаларығыҙға, өләшкән һөйөү-хәстәрлегегеҙ, иғтибарығыҙ үҙегеҙгә лә изгелектәр булып ҡайтһын, мәрхәмәтле йөрәгегеҙ арыу-талыу белмәһен. Хоҙай Тәғәлә ғүмерегеҙгә бәрәкәт, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, йән тыныслығы бирһен. Киләсәктә балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарына күмелеп, яҡындарығыҙҙың ихтирамын һәм игелеген күреп, йылы ҡараштарын тойоп, тыуған йортобоҙға йәм биреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын! Тыуасаҡ таңдарығыҙ яҡты, күгегеҙ аяҙ булһын! Беҙ һеҙҙе ысын йөрәктән яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ! Барыбыҙҙы тиң күреп, һәр ваҡыт ҡурсалап торғанығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерлеләребеҙ!
Ғүмер буйы шулай тәҙрәләрҙә
Балҡып торһа ине утыбыҙ.
Һәр саҡ беҙҙе ҡаршы алһа ине
Атай, әсәй, тыуған йортобоҙ.
Насип булһын артабан да йәшәү
Ғаилә бәхетенә йыуанып,
Бар шатлығын, бәхет һәм рәхәтен
Был донъяның татып, ҡыуанып.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарығыҙ Гүзәл, Резида, ейәндәрегеҙ Илһам, Динар, Марсель.
Стәрлебаш - Өфө.