ӘҺЛИУЛЛИНА Гөлфиә Мостафа ҡыҙына
Ҡәҙерлебеҙҙе ихлас күңелдән матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Оло йөрәкле, туған йәнле, йомарт, алсаҡ, изге күңелле, мәрхәмәтле, уңған кешебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек, оҙон ғүмер, эшеңдә уңыштар, бәрәкәтле һәм мул тормош теләйбеҙ. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, яҡындарындың, туғандарыңдың, ихтирамын, ҡәҙер - хөрмәтен, балаларыңдың игелеген күреп, һөйөүен тойоп, уңыштарына шатланып, терәк - таяныс булып, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, тормошҡа һөйөнөп, рәхмәттәргә төрөнөп йәшәргә яҙһын. Һәр атҡан таңың һөйөнөстәргә, шатлыҡлы хәбәрҙәргә бай булһын. Беҙ һине яратабыҙ, сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең.
Ауырлыҡтар һине урап үтһен,
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән туғандарың Әлфиә - Инсаф, Әлмира - Фидаил, Юрис - Гөлназ һәм балаларыбыҙ.