+21 °С
Облачно
ВКОК
Новости
7 Февраля 2025, 09:55

Гөрләне быйма байрамы!

Их, быймаһы ла, быймаһы! Йомшаҡ та, йылы ла, уңайлы ла! Ҡыш көнө уға еткән аяҡ кейеме бармы икән?! 6 февралдә Иҫке Ҡалҡаш ауылы халҡы мәҙәниәт йорто алдына "Быйма" байрамына йыйылды. Байрамға килеүсе ауыл халҡы быйманың кеше һаулығына ҙур йоғонто яһауына тағы ла бер тапҡыр инанды. Шулай уҡ биҙәкләп эшләнгән быймалар күргәҙмәһе ойошторолдо. Байрам төрлө уйындар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауыл халҡы ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, тәмле ризыҡтар менән самауыр сәйе эсеп, яҡшы кәйеф менән таралышты.

Гөрләне быйма байрамы!Гөрләне быйма байрамы!

Автор:Алия Салихова
Читайте нас