

Скандинав йөрөшөнөң һаулыҡҡа файҙаһы һанап бөткөһөҙ. Ябай атлау менән сағыштырғанда, 46 процентҡа күберәк калориялар яна, хәрәкәт иткәндә, тубыҡ һәм умыртҡа һөйәгенә һис тә кәрәкмәгән көсөргәнеш кәмей, йөрәк һәм үпкә эшмәкәрлеге, координация яҡшыра. Бынан тыш, скандинав йөрөшө – һынды дөрөҫ тоторға ғәҙәтләнеү өсөн иң ҡулай күнекмә. Ике таяҡҡа таянғас, спортсылар ҙа, терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәренән яфаланыусылар ҙа шөғөлләнә ала. Өҫтәүенә саф һауала йөрөү – үҙе үк сихәт. Сәләмәт булайыҡ!