+17 °С
Облачно
ВКОК

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Үрге Аллағыуат ауылынан Лариса Дамир ҡыҙы менән Айзат Самат улы КӨҪӘПҠОЛОВТАРҒА

Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле йәштәр! Һеҙҙе яңы тормош юлы башлауығыҙ – законлы никахығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Алдағы тормош юлында ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, бер-берегеҙгә булған ҡайнар мөхәббәтегеҙҙе һүрелдермәй, пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп, ата-әсәйегеҙҙе шатландырып, туғандарығыҙҙы ихтирам итеп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Тыуыр таңдарығыҙ – аяҙ, көндәрегеҙ – ҡояшлы, төндәрегеҙ – айлы, мөхәббәтегеҙ – ҡайнар, үтер юлдарығыҙ – һикәлтәһеҙ, ҡорған ғаиләгеҙ татыу, ырыҫлы булһын!

Ғаилә ҡороу – ҙур юлдарҙың башы,

Юлдарығыҙ һәр саҡ аҡ булһын.

Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,

Ғүмер буйы бергә барығыҙ.

Мөлдөрәмә тулы бәхет һеҙгә, йәштәр.

Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.

Пар күгәрсендәй йәшәгеҙ һеҙ,

Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн.

Иң изге теләктәр менән әсәйегеҙ Рәзилә, атайығыҙ Самат, апайҙарығыҙ Гөлназ - Ирхан - Камилла, Резеда - Рафаэль - Русалина - Морат, ҡустығыҙ Илназ - Әлиә - Эмиль.

Автор:Райса Мусина
Читайте нас